Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
22 Май 2018, 14:53

Төҙөкләндереү, тәртипкә һалыу һәм уңайлыҡтар булдырыу

Районда төҙөкләндереү, хужаһыҙ объекттарҙы тәртипкә килтереү, һалым һәм йыйымдар түләү мәсьәләләре буйынса комиссия үҙ эшен башланы. Комиссияға район Советы депутаты Урал Ғимаев етәкселек итә. Улар һәр бер ауыл биләмәһенә барып, урындағы ауыл Советы депутаттары, старосталар, ауыл активистары менән осрашыу уҙғара.

Районда төҙөкләндереү, хужаһыҙ объекттарҙы тәртипкә килтереү, һалым һәм йыйымдар түләү мәсьәләләре буйынса комиссия үҙ эшен башланы. Комиссияға район Советы депутаты Урал Ғимаев етәкселек итә. Улар һәр бер ауыл биләмәһенә барып, урындағы ауыл Советы депутаттары, старосталар, ауыл активистары менән осрашыу уҙғара.
Тәүге осрашыу Лағыр ауылында үтте. Унда район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Риф Мөхәмәтдинов, милек менән идара итеү комитеты рәйесе Ольга Бычкова ла ҡатнашты.
“Янғантау” геопаркы методисы Илдар Яҡупов ошо ғәйәт ҙур проект тураһында бай йөкмәткеле презентация күрһәтте. Ул лағырҙарға Әй йылғаһынан Мәсәғүткә тиклем кәмәләрҙә ағып төшөү ойошторорға тәҡдим итте. Сөнки туристар Силәбе өлкәһенең Межевой-Логынан Лаҡлыға тиклем генә аға. Бында “Мираҫ” халыҡ ансамблен, фольклор коллективтарҙы йәлеп итеп, ваҡиға туризмын үҫтерергә була. Шулай уҡ Әй буйына тирмәләр ҡуйып, йәки ауылдарҙағы буш торған йорттарҙы йәйге өйҙәргә ҡулайлаштырып, туристар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырырға ла мөмкин. Ауыл советы депутаты Илшат Садиҡов (һүрәттә) тәҡдим итеүенсә, Шәрәктән алыҫ түгел Сыңғырауыҡ мәмерйәһенә юл асып, сит ҡунаҡтарҙы ошо тәбиғәт мөйөшө менән дә таныштырырға була. Хәйер, Яҙғыйортта бер эшҡыуар маралдар (эре себер боландары) үрсетеүгә тотонған. Был да яҡшы. “Геопарк – ул, ситтән туристарҙы йәлеп итеп, урындағы халыҡҡа аҡса эшләү мөмкинлеген бирә. Шуға бында йәшәүселәрҙең әүҙемлегенән дә тора ул ҙур проекттың ғәмәлгә ашыуы”, – тине Илдар Ильяс улы.
Әлбиттә, Хөкүмәт, район хакимиәте туристик объекттарға уңайлыҡтар тыуҙырырға тейеш. Киләсәктә Лағыр – Торналы – Миәшәгәр юлына асфальт түшәү мәсьәләһе хәл ителәсәк.
Лағыр ауыл биләмәһе башлығы Зәбир Ситдиҡов ауыл советы депутаттарын, старосталарҙы төҙөкләндереү, хужаһыҙ объекттарҙы тәртипкә килтереү, һалым йыйыу һәм Геопарк проектын бойомға ашырыу эштәрендә әүҙем булырға саҡырҙы.
Читайте нас: