

Конкурс ғаилә именлеге, үҫеш, карьера һәм психоактив матдәләрҙең кире йоғонтоһона ҡаршы тороусы тормош уңыштарына өлгәшеү кеүек ҡиммәттәргә иғтибарҙы йүнәлтергә тейеш.
Унда 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге Рәсәй Федерацияһы граждандары ҡатнаша ала, тип хәбәр итә «Молодежная газета» баҫмаһы. Ғаризалар 2026 йылдың 26 июненән 10 июленә тиклем «Рәсәй йәштәре» федераль дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы (ФГАИС «Молодежь России») аша ҡабул ителә.
Унда ҡатнашыу өсөн наркотик ҡулланыуҙың ыңғай алмашын күрһәткән йәки уларҙан баш тартырға саҡырған видеоролик әҙерләргә кәрәк. Роликты «Бәйләнештә»ге шәхси сәхифәгә #СтимулМоейМечты2026, #ПротивНаркотиков2026 хештегтары, шулай уҡ «Яндекс Диск»ка һалырға кәрәк. Ғариза myrosmol.ru сайтына видеоға һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡҡа һылтанма беркетеп бирелә.
Конкурс йомғаҡтары буйынса өс еңеүсе һәм ете призер билдәләнәсәк, уларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы.