

Салауат районы халҡы, ойошмаларҙың хеҙмәт коллективтары, мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре флешмобта әүҙем ҡатнашты. Милли кейемдәрҙә фотоға төшөп, социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлаштылар.
“Бөгөн Башҡортостанда үҙенсәлекле байрам – тамырҙарыбыҙҙы иҫкә төшөрөү, үҙ асылыбыҙға ҡайтыу көнө. Һәр халыҡтың үҙ байлығы бар: моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм аш-һыуы, шулай уҡ күңел нурын һәм тарихты сағылдырған ғәжәп, ҡабатланмаҫ милли кейемдәре, – тип район хакимиәте башлығы Марс КАШАПОВ район халҡын байрам менән ҡотланы. – Ҡәҙерле яҡташтар! Туған мәҙәниәтегеҙгә һөйөү, ата-бабаларығыҙға ҡарата ихтирам һәм үҙ мираҫығыҙ менән ғорурланыу тойғоһо һәр саҡ йөрәгегеҙҙә йәшәһен. Һәр ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы һәм изгелек юлдаш булһын!”
Бөгөн тағы бер байрам – Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһы ла үтте. Милли кейем көнө менән бергә райондаштар ошо сарала ҡатнашыуын да күрһәтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала Милли кейем көнө 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән уҙғарылған был байрам республикала йәшәгән халыҡтарҙың матди булмаған мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән дәүләт сәйәсәтенең мөһим өлөшө булып тора.