Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
16 Апрель 2025, 16:15

Башҡортостан оҫталары Халыҡ-ара хәйриә сәс ҡырҡыу көнөндә ҡатнаша

Хәйриә акцияһы 15 майҙа Рәсәйҙең йөҙ ҡалаһында һәм Евразия союзы илдәрендә үтәсәк.

Башҡортостан оҫталары Халыҡ-ара хәйриә сәс ҡырҡыу көнөндә ҡатнаша
Башҡортостан оҫталары Халыҡ-ара хәйриә сәс ҡырҡыу көнөндә ҡатнаша

Проект хәстәрлеккә мохтаж булғандарға ярҙам итеү өсөн сәс оҫталарын берләштерәсәк. Акция илдең көнсығышында башлана һәм Калининградҡа тиклем бара. 12 сәғәт дауамында парикмахерҙар, кешеләргә яңы образ һәм үҙ-үҙҙәренә ышаныс бүләк итеп, бушлай сәс аласаҡ, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәтенә һылтанма менән.

Акцияға һәр оҫта ҡушыла ала. Бының өсөн ҡалала йәки ауылда хәйриә сәс ҡырҡыу сараһына ҡушылып, уның фотоһүрәттәрен ебәрергә кәрәк. Улар тура эфир ваҡытында баҫылып сығасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт - Телеграмда Стрижкадобра төркөмөндә 2025 йылдың 15 майында.

Инфографика - акцияны ойоштороусыларҙың сайтынан.

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас