Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов район халҡын Башҡорт теле көнө менән ҡотлап, арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын һөйләп ишеттерҙе.
"Башҡорт теле – иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе. Туған тел – һәр башҡорт өсөн тормош сығанағы, белем шишмәһе. Туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ, уға ихтирамлы булайыҡ, яҡын күрәйек һәм тарихын ҡәҙерләйек, – тине Марс Фәррәх улы социаль селтәрҙәрҙәге яҙмаһында. – Башҡорт теле көнө менән ҡотлайым!"
Башҡорт теле көнөнә арналған флешмобҡа район Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды.
Башҡорт теле көнө 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында индерелде. Был дата башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған.