Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
25 Май , 10:55

"Китап байрамы" йәрминкәһендә "Балаларға китап бүләк итегеҙ" акцияһы бара

Өфөлә Совет майҙанында өс көн барған "Китап байрамы" китап йәрминкәһендә "Балаларға китап бүләк итегеҙ" хәйриә акцияһы ойошторола.

"Китап байрамы" йәрминкәһендә "Балаларға китап бүләк итегеҙ" акцияһы бара
"Китап байрамы" йәрминкәһендә "Балаларға китап бүләк итегеҙ" акцияһы бара

Республика акцияһы барышында йыйылған китаптар Башҡортостандың балалар йорттары фондына йүнәлтеләсәк. Бүләк ителгән китап мотлаҡ яңы булырға тейеш түгел. Яҡшы тороштағы уҡылған китап менән дә уртаҡлашырға мөмкин, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.

- Мин улым уҡыған китапты алып килдем. Ул интернетта акция тураһында уҡығас, балалар йорттарынан балаларға китап бүләк итергә тәҡдим итте. Кемгәлер шатлыҡ, изге эш башҡарыу күңелгә хуш килә, - тип һөйләне Өфөнән Әлиә Заһитова.

Фото:Лариса Шепелева.

   

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: