Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
26 Апрель , 18:30

Башҡорт теленән диктант яҙайыҡ

Иртәгә, 27 апрелдә, «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2024» акцияһы үтә.

Башҡорт теленән диктант яҙайыҡ
Башҡорт теленән диктант яҙайыҡ

Уны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма БР Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлеге менән берлектә уҙғара.

27 апрелдә 11.00 сәғәттә «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, акцияның рәсми сайтында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:

- сәғәт 11.00-ҙән сәғәт 11.25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

- сәғәт 11.30-ҙан сәғәт 12.00-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

- сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, [email protected] электрон почтаһына йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2024 йылдың 29 апреле 23.59 сәғәткә (Өфө ваҡыты буйынса) тиклем ебәрергә кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта диктантты 2024 йылдың 29 апрелендә 23.59 сәғәткә тиклем https://bashdictant.ru/ рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/bash_tv , https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк.
Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Уның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Белешмә өсөн 

Тәүге тапҡыр Башҡорт теле буйынса төбәк-ара диктант 2015 йылда Башҡорт дәүләт университетында уҙғарылды. Юғары уҡыу йортоноң Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Бөрө ҡалалары филиалдары онлайн форматта ҡушылды. Дөйөм алғанда диктанты беренсе йылда  3500 кеше яҙҙы.

Идеяның  авторы «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы Рәшиҙә Мәһәҙиева ине. Акция "Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә  яҙам" девизы аҫтында үтте. Һәр баланың ғүмерендәге иң мөһим "әсәй", "әпәй" "әлифба" тигән һүҙҙәр Ә хәрефенән башланыуын иҫәпкә алып, ул диктанттың эмблемаһы ителә.

Акция Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан үткәрелеү сәбәпле, диктанттың тексы итеп Яныбай Хамматовтың "Башҡорттар китте һуғышҡа "романынан өҙөк һайлана. Уны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡый.

2016 йылда акция республика сиктәренән сыҡты, уға Силәбе һәм Ханты-Манси башҡорттары ҡушылды. Ҡатнашыусылар һаны 4500-ҙән ашып китте.

Йылдан-йыл диктант үткәрелгән майҙансыҡтар һаны ла, ҡатнашыусыларҙың географияһы ла арта. 2019 йылда диктантты 69 687 кеше, 2020 йылда – 305 600, 2021 йылда – 321 782, 2022 йылда – 334 523, 2023 йылда  340 333 кеше яҙған.

2019 йылда акцияла республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Шул уҡ йылда ул халыҡ-ара акция тигән статус ала. Хәҙер уны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды үткәрә.

Быйыл «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы 10-сы тапҡыр үткәрелә.

#башҡорттелендәдиктант #башдиктант #башдиктант2024 #диктантпобашкирскомуязыку #башҡортсадиктантяҙам

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: