Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
6 Март , 15:45

Беләҙек ал да ташламаға эйә бул!

Башҡортостанда 15-17 мартта – тауыш биреү көндәрендә – «Рәхмәт» акцияһы ойошторола. Республика халҡына тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташлама хоҡуғын биргән беләҙектәр, шулай уҡ махсус приздар отоу өсөн QR-билеттар алырға мөмкин.

Беләҙек ал да ташламаға эйә бул!
Беләҙек ал да ташламаға эйә бул!

Ирекмәндәр QR-билеттарҙы барлыҡ ғаилә ағзаларына ла бирә. Ҡатнашыусыларға үҙҙәренең QR-билетын сканерлап, рәхмәт102.рф сайтында һигеҙ символдан торған уникаль код индерергә кәрәк (контакт бәйләнештәрен дә күрһәтергә онотмаҫҡа).

Еңеүселәрҙе 15, 16 һәм 17 мартта көнөнә ике тапҡыр билдәләйҙәр. Улар тураһында мәғлүмәт рәхмәт102.рф сайтында баҫыла. Махсус приздар араһында – цифрлы техника, электросамокаттар, электр велосипедтары, телевизорҙар, самокаттар һәм велосипедтар.

Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Сибайҙа, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Бөрөлә, Белоретта, Благовещенда, Туймазыла, Күмертауҙа, Яңауылда, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Иглин райондарында йәшәүселәргә өҫтәмә рәүештә «Рәхмәт» беләҙектәре бирелә, улар менән проект партнерҙарында файҙалана ала.

Акция сиктәрендә ташламалар бирергә әҙер ойошмалар исемлегенә автосервистар, шина монтажлау станциялары, автойыуыу, матурлыҡ салондары, бөҙрәханалар, кафелар, ресторандар, икмәкханалар, аҙыҡ-түлек магазиндары, фитнес-клубтар, мунсалар, медицина үҙәктәре, стоматология клиникалары, дарыуханалар һәм оптикалар, шулай уҡ сәскәләр салондары, фотосалондар, ювелир магазиндар, балалар һәм хужалыҡ салондары ингән магазиндар, кейем магазиндары, мәҙәни һәм күңел асыу учреждениелары (театрҙар, кинотеатрҙар, музейҙар, мәҙәниәт һәм ял парктары, батут парктары, балалар ялы үҙәктәре, арҡан парктары), хеҙмәтләндереү өлкәһе учреждениелары инде.

Бөтә актуаль мәғлүмәт рәхмәт102.рф сайтында.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: