Башҡортостанда макулатура йыйыу буйынса «БумБатл» акцияһы башланды. Ул «Экология» милли проектына ярҙам итеү өсөн уҙғарыла.
Шуныһы ҡыҙыҡ: макулатураны республикала йәшәүселәр былай ғына тапшырмаясаҡ, ә команда йәки шәхси иҫәптә беренселек өсөн көрәшәсәк. Бының өсөн бумбатл.рф сайтында теркәлергә кәрәк. Бынан тыш, акция сиктәрендә юғары уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында экодәрестәр һәм лекциялар үткәреү планлаштырыла. Тема - сүп-сарҙы айырым йыйыу һәм уны эшкәртеү.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостан 16,78 тоннанан ашыу макулатура йыйғайны.