Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
29 Сентябрь 2023, 17:51

Өфөлә Рәсәй менән яңы төбәктәрҙең берләшеүенең тәүге йыллығына автоуҙыш уҙғарыла

30 сентябрҙә илдә яңы иҫтәлекле дата - Рәсәйҙең Донецк һәм Луганск Халыҡ республикаларының, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәйгә ҡушылыу көнө итеп тәғәйенләнде.

Был көндө Өфөлә Башҡортостан Республикаһының «АЛҒА-ПАТРИОТ» спорт-патриотик үҙәге патриотик автоуҙыш һәм «Ватан» этно-паркы майҙанында концерт уҙғара.

Ҡатнашыусылар «Нефтсе» стадионынан маршрут буйынса йөрөйәсәк. Артабан Октябрь проспекты, Цюрупа, Зәки Вәлиди урамдары буйлап үтеп, «Ватан» этно-паркы парковкаһында финишҡа сыға.

Автоуҙыш республика коллективтары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт, патриотик, йәштәр ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында патриотик концерт менән тамамлана. Автоуҙышты ҡаршы алыуҙа һәм концертта ҡаланың барлыҡ халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнаша ала.

- 30 сентябрҙә Рәсәйгә ДНР, ЛНР, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең берләшеүенең беренсе йыллығын билдәләйбеҙ. Бер йыл элек беҙҙең яугирҙәр ошо датаны алғы һыҙыҡҡа яҡынайтты, һәм хәҙер улар илебеҙ сиктәрен яҡлауын дауам итә. Автоуҙыш һәм концертты беҙ яңы биләмәләргә тыныслыҡты ҡайтарыу өсөн тырышҡан яугирҙәргә арнайбыҙ, - тип һөйләне «АЛҒА-ПАТРИОТ» үҙәге активисы Рөстәм Шоров.

Автоуҙыш 11.15 сәғәттә башлана (12+). Старт урыны: Кемеров урамы, 71 адресы буйынса Өфө ҡалаһының «Нефтсе» стадионы артындағы парковка.

Концерт 12.00 сәғәттә башлана. Уҙғарыу урыны: Өфө ҡалаһы, «Ватан» этно-паркы. (12+)

Автор:
Читайте нас: