14 һәм 15 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 14.00-нән 16.00 сәғәткә тиклем Айыҡлыҡ аҙналығы сиктәрендә "Ғаилә" үҙәктәренең Берҙәм телефонында 8 800 347 5000 алкоголь һәм наркотиктар ҡулланыу менән бәйле ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау, ғаилә конфликттарын иҫкәртеү һәм хәл итеү, яҡын кешең өсөн хәүефте еңеп сығыу мәсьәләләре буйынса "Ҡыҙыу элемтә" эшләйәсәк.
Һеҙҙең һорауҙарға психолог, медиатор, юрист, психотерапевт һәм нарколог яуап бирәсәк. Шылтыратырға һәм консультация алырға, ауыр тормош хәленән сығыу юлын табырға була. Был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!
#минтрудрб, #центрысемья, #трезвоесело2023, #неделятрезвостирф, #неделятрезвостирб