Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
22 Август 2023, 12:16

Уҡыусылар өсөн «Минең мәҙәни йәйем» бөтә Рәсәй фотоакцияһы

Ул 2023 йылдың 21-25 авгусында «Уҡыусылар өсөн мәҙәниәт» ведомство-ара мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә үтә.

Уҡыусылар өсөн «Минең мәҙәни йәйем» бөтә Рәсәй фотоакцияһы
Уҡыусылар өсөн «Минең мәҙәни йәйем» бөтә Рәсәй фотоакцияһы

Башҡортостан уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн - «Минең мәҙәни йәйем» Бөтә Рәсәй фотоакцияһы. Быйыл йәй ниндәй мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуығыҙ хаҡында һөйләгеҙ һәм күрһәтегеҙ.

Акцияла ҡатнашыу өсөн:

- быйыл йәй театрҙа, музейҙа, күргәҙмәлә, концертта төшкән фотоһүрәтегеҙҙе Бәйләнештә социаль селтәрендәге шәхси битегеҙгә йәки мәҙәниәт учреждениеһы сәхифәһенә ҡуйығыҙ;

– тәьҫораттарығыҙ менән бүлешегеҙ;

– үҙегеҙҙең төбәкте, фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе күрһәтегеҙ;

– #фотолетокдш хештегын ҡуйығыҙ.

Илдең билдәле фото оҫталарынан торған комиссия иң яҡшы 30 эште һайлап аласаҡ. Улар дөйөм видеороликка индерелә, шулай уҡ культурадляшкольников.рф https://vk.cc/ccrXnr порталында баҫтырыласаҡ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-210976796_2176 

Автор:
Читайте нас: