Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
10 Июль 2023, 11:20

Иҙелбайҙар окоп шәмдәре эшләне

Иҙелбай ауылында йәшәүсе Римма Ғарифуллина район халҡына ҡул оҫтаһы булараҡ таныш.

Иҙелбайҙар окоп шәмдәре эшләне
Иҙелбайҙар окоп шәмдәре эшләне

Был юлы ул махсух хәрби операция яугирҙәренә ярҙам йөҙөнән окоп шәмдәре эшләне.
Бының өсөн 10 килограмм парафин, һунар шырпылары һатып алынған. Полина Полежанкина бер ҡапсыҡ консерва банкалары менән ярҙам иткән. Римманың барлыҡ ғаилә ағзалары, ауылдашы Зөлфиә Минеғолова был эшкә ярҙамға килгән. Шулай итеп, 4 сәғәт эсендә 42 окоп шәме әҙер ҙә булған. Хәҙер инде уны яугирҙәргә тапшыраһы ғына ҡала. Был шәмдәр йылылыҡ һәм изгелек бирһен уларға.
Гөлшат Рәйесова.

Иҙелбайҙар окоп шәмдәре эшләне
Иҙелбайҙар окоп шәмдәре эшләне
Автор:Гульшат Шамсутдинова
Читайте нас: