Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
7 Июль 2023, 20:20

Өфөлә төнгө уҙыш була

Төнгө йүгерештәр күпселек миллионлы ҡалаларҙа үтә. Быйыл төндә Мәскәү менән бер үк ваҡытта йүгерәбеҙ.  

Өфөлә төнгө уҙыш була
Өфөлә төнгө уҙыш була

Өфөлә 8 июлдә республиканың әүҙем йүгереүселәр берләшмәһе хыялы тормошҡа ашырыла - Артерияның тәүге төнгө уҙышы үтә. Төндә уҙышта ҡатнашыусыларҙың географияһы киң: өс ил - Мысыр, Ҡаҙағстан һәм Беларусь, шулай уҡ Рәсәйҙең 17 төбәге һәм 111 ҡала вәкилдәре.

Старт экологик көн тәртибенә арнала. СИБУР компанияһының Vivilen бренды бер нисә әүҙем эш әҙерләгән, уның ярҙамында спорт сараһында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар ябыҡ цикллы иҡтисад тураһында күберәк белә һәм үҙҙәренең өлөшөн индерә ала.

Стартта, финишта һәм йүгереш дистанцияһы буйлап махсус урналар ҡуйыласаҡ, уларҙа пластик шешәләрҙе ташларға мөмкин. Йүгереүҙән һуң улар ПОЛИЭФ ҡеүәттәрендә йәшел гранулаға эшкәртеләсәк. Интерактив күргәҙмәлә был процесты шешәне дөрөҫ утилләштереүҙән алып, уны яңы экологик полимерға һалғанға тиклем күрергә мөмкин.

Башҡортостанда тәүге тапҡыр йүгерек йондоҙҙар плеядаһы ҡатнаша. Тулыраҡ - инфографикала.

Өфөлә төнгө уҙыш була
Өфөлә төнгө уҙыш була
Өфөлә төнгө уҙыш була
Өфөлә төнгө уҙыш була
Өфөлә төнгө уҙыш була
Өфөлә төнгө уҙыш була
Өфөлә төнгө уҙыш була
Өфөлә төнгө уҙыш була
Автор:
Читайте нас: