1. Геройығыҙҙың фотоһын автомобиль салонының эсенән ҡабырғалағы быялаға урынлаштырырға. Быны нисек эшләргә: https://vk.cc/cnMQvg
2. Кейемегеҙҙе ғаилә батырының фотоһы менән биҙәп, ошо көндө уның менән бергә үткәрергә: https://youtu.be/JSnWZALEY0E
3. Үҙеңдең батырыңды ҡуйып бейдж яһарға һәм уны Еңеү көнөндә тағып йөрөргә. Ҡулайлы биҙәү варианты: https://vk.cc/cnQG0l
4. Социаль селтәрҙәрҙә аватарҙы бер көнгә алмаштырырға, Бәйләнештә селтәрендә открытка булдырып, ғаилә геройының биографияһын #нашБессмертныйполк хештегы менән урынлаштырырға. Күрһәтмә: https://vk.cc/cnQG1x
5. «Үлемһеҙ полк» проектының сайтына үҙ геройыңды өҫтәргә, һәм Еңеү көнөндә сайттың һәр ҡулланыусыһы видеорәттә үҙенең ветераны тураһында мәғлүмәт таба аласаҡ. Бының өсөн эҙләү юлына уның фамилияһын, исемен һәм атаһының исемен индерергә кәрәк. Ентеклерәк түбәндәге һылтанма буйынса: https://vk.cc/cnQG2i
Һәр кем ветерандарҙы иҫкә алыу өсөн бер йәки бер нисә ысулды һайлай ала. Шулай итеп, Үлемһеҙ полк бер урам, майҙан йәки яр сигенән сығасаҡ. Һәм һәр кем үҙенең ғаилә батырҙары менән бергә Еңеү көнөндә Үлемһеҙ полктың бер өлөшөнә әүереләсәк.
Еңеү көнөнә ҡарата акциялар үткәреү буйынса мәғлүмәт биреү өсөн Рәсәйҙәге Үлемһеҙ полктың ҡыҙыу линияһы эшләй: 8 (800) 20-1945-0
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан