Илебеҙ театрҙары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронт бригадалары ойоштора, армия ихтыяждары өсөн аҡса йыя һәм тылда эшләүселәрҙең әхлаҡи рухына булышлыҡ итә. Акция сиктәрендә театр сәнғәтенең иҫән ҡалырға ярҙам итеүе һәм театрҙарҙың алыҫ һуғыш осоронда нисек иҫән ҡалыуҙары тураһында видеороликтар әҙерләнгән.
1 - 10 майҙа уҡыусыларға ижади эштәрен өс номинацияла баҫтырып сығарырға тәҡдим ителә: мәктәп театры (Бөйөк Ватан һуғышы темаһына сәхнә йәки спектакль), вокал (һуғыш осоро йырҙары), «Бәйләнештә» социаль селтәрендә #9маякдш хештегы менән бейеү (хәрби-патриотик тематика).
30 иң яҡшы эш «Мәктәп уҡыусылары өсөн мәҙәниәт.РФ» («Культурадляшкольников.РФ») порталында баҫыласаҡ, ә уларҙың авторҙары проекттан сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнәсәк.
Фото: Культурадляшкольников.РФ