Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
19 Апрель 2023, 18:29

Башҡорт теленән диктантты ҡайҙа яҙырға?

20 апрелдә 11.00 сәғәттә (Өфө ваҡыты) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда акцияның тура трансляцияһы башлана.

Башҡорт теленән диктантты ҡайҙа яҙырға?
Башҡорт теленән диктантты ҡайҙа яҙырға?

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм оффлайн уҙғарыла. Төп оффлайн майҙансыҡтары Өфө фән һәм технологиялар университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында, Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һәм «Арт-Квадрат» арт-киңлегендә.

Сайтта https://bashdictant.ru/ ойошмаларҙың үҙенең оффлайн майҙансыҡтарын теркәү мөмкинлеге булды, хәҙер майҙансыҡтар исемлеге «ҡатнашыусыларҙы теркәү» бүлегендә күрһәтелә. Һәр кемдең уңайлы оффлайн майҙансыҡ һайлау, теркәү үтеү һәм күрһәтелгән адрес буйынса диктант яҙыу мөмкинлеге бар.

Әлеге ваҡытта сайтта 1000-дән ашыу оффлайн майҙансыҡ теркәлгән, шуларҙың 663-ө - башланғыс кимәлдә, 293-ө - алға киткән һәм 47 башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙасаҡ.

Шулай уҡ акцияла ҡатнашыусыларҙың эштәрен тикшереүселәр мотлаҡ рәүештә теркәлеү үткән һәм кандидаттар педагогик йәки филологик белемгә эйә булыуын дәүләт өлгөһөндәге документтар менән раҫланған һәм күрһәтелгән өлкәлә ике йыллыҡ эш стажына эйә. Әлеге ваҡытта сайтта 200-ҙән ашыу эксперт теркәлгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, диктантты онлайн яҙғандар, акция тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, 2023 йылдың 23 апреленә 23:59 сәғәткә ҡәҙәр электрон почтаға [email protected] йәки телеграм-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot ебәрергә тейеш.

Диктант-2023-тә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла электрон почта йәки телеграмма-бот аша диктантта ҡатнашыу тураһында электрон сертификаттар ебәрелә.

Хештегтары:

#башҡорттелендәдиктант

#башдиктант/#башдиктант2023

#диктантпобашкирскомуязыку

#башҡортсадиктантяҙам

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: