

Уның маҡсаты – тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙа балаларҙың әүҙем ҡарашын булдырыу. Һәр йортта иң күп сүп-сар ул – ҡағыҙ. Макулатураны икенсел эшкәртеүгә тапшырып, сүплектәрҙең күләмен ҡыҫҡартырға ғына түгел, тәбиғәт ресурстарын артыҡ сарыф итеүҙе, һыуҙың бысраныуын да кәметергә мөмкин.
Ахун балалар баҡсаһында 15 бала ата-әсәләре менән берлектә 402 килограмм макулатура йыйҙы. Балалар Шыршыҡай, Шалун, Тихоня, Умница әкиәт геройҙары булып кейенеп, тоғро тәбиғәт һаҡсылары булыуын аңлатырға тырышты.
"Ағастарҙы Эколяттар менән ҡотҡарабыҙ" акцияһы сиктәрендә әңгәмәләр үткәрелде, унда балалар ҡағыҙҙың барлыҡҡа килеү тарихы, уның төрлө төрҙәре һәм үҙенсәлектәре, икенсел файҙаланыу алымдары менән танышты. Акцияла тәрбиәләнеүселәр, ата-әсәләр һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре Илфира Тажетдинова һәм Люциә Сәхәүетдинова ҙур теләк менән ҡатнашты.
Гөлшат Рәйесова.