Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
19 Октябрь 2022, 19:48

Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто этнографик диктантта ҡатнашырға саҡыра

«Халыҡтар күп – ил берәү!» лозунгыһы аҫтында етенсе тапҡыр «Ҙур этнографик диктант» халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы ойошторола. Быйыл үҙенең этномәҙәни белем кимәлен тикшерергә теләүселәр быны 3 ноябрҙән 8 ноябргә тиклем эшләй ала.

Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто этнографик диктантта ҡатнашырға саҡыра
Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто этнографик диктантта ҡатнашырға саҡыра

Эштәр 3 ноябрҙә ҙур этнографик диктанттың miretno.ru рәсми сайтында баҫылып сығасаҡ. Диктант эштәре тест формаһында эшләнгән һәм үҙ эсенә түбәндәгеләрҙе ала:

- 20 һорау – диктанттың дөйөм федераль өлөшө, бөтә ҡатнашыусылар өсөн берҙәм;

- 10 һорау – диктанттың төбәк өлөшө, ул Рәсәйҙең һәр субъекты өсөн үҙенсәлекле.

Барлыҡ эштәрҙе үтәгән өсөн балдарҙың максималь суммаһы – 100 балл. Диктант яҙыу өсөн 45 минут ваҡыт бирелә.

Һөҙөмтәләр күрһәтелгән сертификат этнографик диктантты электрон төрҙә үткәндән һуң төҙөлә. Быйыл ҡатнашыусыларҙың шунда уҡ дөрөҫ яуап алыу һәм сығанаҡтарға һылтанма менән тарихи белешмә алыу мөмкинлеге һаҡлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда Башҡортостан ил төбәктәре араһында ҡатнашыусылар һаны буйынса беренсе булды. Акцияла бөтәһе 341 027 кеше ҡатнашты.

Шуныһы мөһим! Диктант яҙғандан һуң форманы ошо һылтанма: https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSflFpdFh1PzrxK7xLXWBC00GqQq8xU-lsZ71IHnXTgHp6aJbg/viewform буйынса тултырырға кәрәк.

Автор:
Читайте нас: