Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
13 Апрель 2022, 22:05

Салауат районында Милли кейем көнө үтә

15 апрелдә Салауат районында Башҡортостан халыҡтарының Милли кейеме көнөнә арналған саралар уҙа. Байрам республикала йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә йәнә бер тапҡыр мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген бирә.

Салауат районында Милли кейем көнө үтә
Салауат районында Милли кейем көнө үтә

Малаяҙ ауылының район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда “Милли кейем – халыҡ ҡомартҡыһы” тип аталған район фестивале була (10.00 сәғәттә). Шулай уҡ ошондай саралар ҙа уҙғарыла:

1. Этно-стилдә биҙәүестәр, халыҡ һөнәрселәренең, оҫталарының әйберҙәренән күргәҙмә-һатыу;
2. Биҙәүестәр, сувенирҙар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре;
3. Флешмобтар: “Өләсәйем һандығы” (өләсәйҙәрҙән һаҡланған боронғо әйбер менән фото), “Тамырҙарҙан” (тәбиғәт ҡомартҡыһы эргәһендә милли кейемдәге фото), “Эш урынымда милли костюмым” (эшлекле кейемдә милли костюм элементтарын ҡулланыу фотоһы).
4. Асыҡ дәрестәр, викториналар, “Минең милли кейемем” һүрәттәр конкурсы (мәктәптәр, балалар баҡсалары).
5. “Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне” һәм башҡа акциялар.

Шул уҡ көндә “Милли кейемдәрҙә фото” республика флешмобы уҙғарыла. Теләге булғандарҙың барыһы ла үҙҙәренең фотоһүрәттәрен #МиллиКейем2022#НациональныйКостюм2022 хештегтары менән “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрҙәренә һәм Телеграм-каналға һала аласаҡ. Бәйгеселәрҙең эштәре Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәсми аккаунттарында урынлаштырыласаҡ.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: