Быйыл беҙҙең республикала инде йолаға әүерелгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһы “Йәшел Рәсәй” бөтә Рәсәй экологик өмәһе сиктәрендә үтә. 19 сентябрҙә – Бөтә донъя таҙалыҡ көнөндә үткән экологик акция республиканың бөтә халҡын бер командаға берләштерҙе. Был көндә дөйөм тырышлыҡ менән 4 мең кубометр тирәһе сүп-сар йыйылып, полигондарға сығарылды.
26 сентябрь – акцияның төп көнө. Республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында уҡыусылар, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, власть органдары етәкселәре ағастар ултыртасаҡ. Был көндә “Геройҙар аллеяһы” һәм “Еңеү урманы” акциялары сиктәрендә күмәк саралар үткәреү ҡарала. 2020 йыл көҙөндә Башҡортостанда бөтәһе 600 мең тирәһе ағас үҫентеләре ултыртыу ҡарала.
Ҡала һәм райондарҙа ойоштороласаҡ бөтә майҙансыҡтарҙа хәүефһеҙлек саралары ҡаралған: бирсәткәләр, ҡул йыуыу өсөн һыу, антисептиктар,