Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
25 Апрель 2020, 13:10

ДИКТАНТ ЯҘАБЫҘ, ҠУШЫЛЫҒЫҘ!

Салауат районы ағинәйҙәре иртәнән башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙырға әҙер.Матур итеп милли кейем кейеп, ҡағыҙ-ҡәләм алып, өҫтәл артына диктант яҙырға ултырҙылар. Беҙгә ошондай сағыу фотоларын ебәрҙеләр.Бөгөн Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу үткәрелә. Диктант онлайн режимда бара. Йәғни уны өйҙә генә ултырып яҙабыҙ. Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!

Салауат районы ағинәйҙәре иртәнән башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙырға әҙер.
Матур итеп милли кейем кейеп, ҡағыҙ-ҡәләм алып, өҫтәл артына диктант яҙырға ултырҙылар. Беҙгә ошондай сағыу фотоларын ебәрҙеләр.
Бөгөн Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу үткәрелә. Әле мульти-инструменталист Заһир Зәйнетдинов башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәргә диктант яҙҙыра. Артабан Флүрә Мурзина - туған телдә иркен аралашыусылар өсөн, Марсель Сәлимов башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусыларға текст уҡыясаҡ.
Диктант онлайн режимда бара. Йәғни уны өйҙә генә ултырып яҙабыҙ. Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!
Читайте нас: