Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
25 Апрель 2020, 23:10

БАР КОЛЛЕКТИВ МЕНӘН ДИКТАНТ ЯҘҘЫЛАР

Салауат Юлаев музейы хеҙмәткәрҙәре бөгөнгө “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2020” акцияһында әүҙем ҡатнашты.– Башҡорт теленән диктантты өйҙә яҙҙыҡ. Коллективтың һигеҙ хеҙмәткәренән алтыһы был сарала ҡатнашты, – тине Салауат Юлаев музейы директоры Зилә САДИҠОВА.

Салауат Юлаев музейы хеҙмәткәрҙәре бөгөнгө “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2020” акцияһында әүҙем ҡатнашты.
– Башҡорт теленән диктантты өйҙә яҙҙыҡ. Коллективтың һигеҙ хеҙмәткәренән алтыһы был сарала ҡатнашты, – тине Салауат Юлаев музейы директоры Зилә САДИҠОВА.
Атап әйткәндә, деректор үҙе, музей ҡараусы Илсиә Сәйфуллина, ғилми хеҙмәткәрҙәр Луиза Нурыева, Лия Шалыгина, экскурсоводтар Гөлнур Дәүләтшина, Фәнис Ямалетдинов туған телдән яҙма белемен тикшереп ҡараны. Улар компьютер, ноутбук, планшет ярҙамында диктант яҙыуы тураһында фотоға төшөрөп ебәрҙе.
Үҙизоляция режимы мәлендә милли батырҙың музейы экскурсиялар өсөн ябылған. Хеҙмәткәрҙәр ситтән тороп эшләй.
Читайте нас: