Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, иртәгә,
25 апрелдә, Башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн-диктант уҙғарыла. Быйыл ул, донъялағы һәм илдәге эпидемиологик хәл менән бәйле, тәүге тапҡыр онлайн форматта ойошторола. Диктант иртәнге 11.00 сәғәттә башлана. Акцияла ҡатнашыу өсөн
https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк.