Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу, йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы юл фажиғәләрен кәметеү, шулай уҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар араһында үҙ-ара әҙәплелекте пропагандалау маҡсатында Малаяҙ ауылында "Иғтибар, балалар!", "Зебра" акциялары үтте. Был сараны "Шоңҡар" йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы, "Бергә" ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторҙо. Ирекмәндәр йәйәүлеләргә һәм водителдәргә буклеттар таратты. Юл ҡағиҙәләрен водителдәр генә түгел, йәйәүлеләр ҙә белергә тейеш.