Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
15 Февраль 2020, 15:55

Халыҡ-ара туған тел көнөндә алты телдә диктант яҙасаҡбыҙ

21 февралдә генерал-майор, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы халыҡ-ара диктант уҙғарыла. Үткәреү урыны: Өфөлә Башҡорт дәүләт университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты. Заявкаларға ярашлы, диктантты урындарҙа башҡа мәғариф учреждениеларында, йәмәғәт ойошмалары майҙансыҡтарында ла яҙа алалар. Диктантты алты телдә-башҡорт, рус, татар, мари, сыуаш, удмурт телдәрендә яҙасаҡтар.Дикторҙар итеп билдәле шәхестәр һайланған. Мәҫәлән, башҡорт телендә тексты танылған актер, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыясаҡ. Башҡорт телендә диктант Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтәсәк.

21 февралдә генерал-майор, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы халыҡ-ара диктант уҙғарыла.
Үткәреү урыны: Өфөлә Башҡорт дәүләт университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты. Заявкаларға ярашлы, диктантты урындарҙа башҡа мәғариф учреждениеларында, йәмәғәт ойошмалары майҙансыҡтарында ла яҙа алалар. Диктантты алты телдә-башҡорт, рус, татар, мари, сыуаш, удмурт телдәрендә яҙасаҡтар.

Дикторҙар итеп билдәле шәхестәр һайланған. Мәҫәлән, башҡорт телендә тексты танылған актер, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыясаҡ. Башҡорт телендә диктант Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтәсәк.

Читайте нас: