Был акцияға Салауат районы ла ҡушыласаҡ. Беҙҙең районда был акцияны “Бергә” ирекмәндәр хәрәкәте, “Шоңҡар” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы, һуғыш хәрәкәте ветерандары һәм Дыуан күп профилле колледж филиалы уҙғара. Сара сиктәрендә хәрби машина район үҙәгенән үтеп, халыҡҡа блокада нормаһын - 125 грамм икмәк һәм листовкалар таратасаҡ. Шулай уҡ митинг, һәйкәлгә сәскәләр һәм веноктар һалыу ҙа буласаҡ. Акция 11.00 сәғәттә башлана.