Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
15 Декабрь 2019, 16:35

Туған телем – башҡорт теле

Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, кисә Башҡорт теле көнө билдәләнде. Салауат районы мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында, мәҙәниәт йорттарында, ауыл китапханаларында шуға арналған төрлө саралар үтте.Уҡытыусылар, клуб мөдирҙәре балалар, ауыл ағинәйҙәре менән берлектә класс сәғәттәре, әҙәби кисәләр, күргәҙмәләр ойошторҙо.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, кисә Башҡорт теле көнө билдәләнде. Салауат районы мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында, мәҙәниәт йорттарында, ауыл китапханаларында шуға арналған төрлө саралар үтте.
Уҡытыусылар, клуб мөдирҙәре балалар, ауыл ағинәйҙәре менән берлектә класс сәғәттәре, әҙәби кисәләр, күргәҙмәләр ойошторҙо. Бының хаҡта улар Салауат районы башҡорттары ҡоролтайының “Башҡорт теле көнө” чатында хәбәр итте.
“Иҙелбай ауылы клубында “Туған телем – мәңгелек хазина” әҙәби музыкаль кисә үткәрҙек. Сараны китапханасы, ағинәйҙәр менән бергә уҙғарҙыҡ”, – тигән клуб мөдире Зөлфиә Миңлеғолова.
“Мөрсәлим мәктәбендә Башҡорт теле көнөнә класс сәғәттәре булды. Уҡытыусы Ания Әбделғәлим ҡыҙы тәнәфес мәлендә башҡорт бейеүе буйынса мастер-класс күрһәтте”, – тип хәбәр итте мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Минзилә Ҡорбанғәлиева.
“Мәсетле ауыл китапханаһында “Туған телем – башҡорт теле” китап күргәҙмәһе, “Башҡорт теле – ата-бабалар теле” әҙәби сәғәте үткәрелде. Мифтахетдин Аҡмулланың ижадына байҡау яһалды, шиғырҙар уҡылды. Сара башҡорт теле уҡытыусыһы менән берлектә ойошторолдо”, – тип яҙған райондың үҙәк китапханаһы директоры Юлиә Вахитова.
“Ишембай ауылы китапханаһында балалар, ағинәйҙәр ҡатнашлығында “Тел – милләттең хазинаһы” сараһын үткәрҙек”, – тигән ауыл китапханасыһы Флиза Ғарипова.
Башҡорт теле көнөнә арналған саралар райондың барлыҡ белем биреү һәм мәҙәниәт усаҡтарында башлыса йома көндө уҙғарылды.

Айҙар НОҒАМАНОВ.

Читайте нас: