19 ноябрь – Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө. Был көн ноябрҙең өсөнсө кесаҙнаһында билдәләнә. Маҡсаты – доньяла тәмәке тартыуҙы кәметеү, табиптарҙың һәм халыҡтың был насар ғәҙәткә ҡаршы көрәшеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм үҫеп килгән быуынға тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында төрлө мәғлүмәт саралары аша хәбәр итеү.
“Шоңҡар” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы, “Бергә” ирекмәндәр ойошмаһы Дыуан күп профилле колледж филиалы менән берлектә был көнгә арналған профилактик сара уҙғарҙы. Педагогтар студенттар менән “Көсһөҙ быуын” уйынын ойошторҙо, ирекмәндәр буклеттар таратты. Шулай уҡ “Тәмәке урынына –кәнфит” акцияһы ла бик ҡыҙыҡлы үтте.