Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
20 Ноябрь 2019, 13:30

“Малаяҙ, яҡтырт!”

Малаяҙ башҡорт гимназияһында “Малаяҙ, яҡтырт!” акцияһына старт бирелде.

Малаяҙ башҡорт гимназияһында “Малаяҙ, яҡтырт!” акцияһына старт бирелде.
Һуңғы мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, юлдарҙа, төрлө юл фажиғәләрендә һәләк булыусылар бермә-бер арта. Бының сәбәбе кисен ҡараңғыла юл ситенән китеп барған йәйәүленең водителдәргә күренмәүе йәки уларҙың абайламай ҡалыуы менән аңлатыла. Шуға күрә балаларҙы, йәйәүлеләрҙе иҫкәртеү маҡсатында гимназияның 3-сө А класы уҡыусылары (класс етәкселәре – Ирина Фәхриева) һәм ата-әсәләре “Малаяҙ, яҡтырт!” акцияһын башлап ебәрҙе.
Уҡыусылар ошо темаға сығыштар яһаны, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре лә килеп, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең ябай ҡағиҙәләрен өйрәтеп, уларҙы юлдарҙа үтәргә саҡырҙы.
Шулай уҡ бәләкәстәр технология дәресендә үҙ ҡулдары менән фликерҙар, яҡтыртҡыстар хаҡында мәғлүмәт стенды, плакаттар эшләне. Ата-әсәләр ҙә был эштә әүҙемлек күрһәтте. Өҫ кейемдәренең еңенә утты сағылдырыусы таҫмалар тегеп ҡуйҙы һәм бөтә класс өсөн фликерҙар һатып алды.
Уҡыусылар был акцияға бар Салауат районын ҡушылырға саҡырҙы. “Үҙең дә яҡтыртыл, баланы ла яҡтырт!” тине акцияны башлаусылар.
Гөлшат Рәйесова.
Читайте нас: