Өфөлә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, «Туған телгә 100 аҙым» акцияһына старт бирҙеләр.
Студенттарға,уҡыусыларға китапханаға килеүселәргә башҡорт авторҙарының 100 китабын уҡырға тәҡдим ителә. Улар араһында Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбаев һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәре бар.
Уҡырға тәҡдим ителгән китаптар исемлен Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана сайтына ҡуйыласаҡ.
Салауат районы халҡын да был акцияға ҡушылырға, башҡорт китаптарын уҡырға саҡырабыҙ!