Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
1 Ноябрь 2019, 09:14

Салауаттар диктант яҙҙы

Бөгөн Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан “Ҙур этнографик диктант” Бөтә Рәсәй акцияһы үтә. Был акцияға Салауат районы ла ҡушылды.

Бөгөн Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан “Ҙур этнографик диктант” Бөтә Рәсәй акцияһы үтә. Был акцияға Салауат районы ла ҡушылды.
Райондың үҙәк китапханаһы ойошторған сараға барыһы 30-ған кеше килде. Этнографик грамоталылығын, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар тураһындағы белеме кимәлен район башлығы Марс Кашапов та һынап ҡарап, диктант яҙҙы. Был акцияла шулай уҡ райондың төрлө ойошмалар етәкселәре, учреждение хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Салауаттар 30 һорауҙан торған (20 һорау дөйөм, 10-һы йәшәгән төбәккә бәйле булған) диктант яҙҙы. Һорауҙарға яуап биреү өсөн 45 минут ваҡыт бирелде. Һуңынан был сарала ҡатнашҡан һәр кемгә сертификат тапшырылды. Һорауҙарға дөрөҫ яуаптар 10 ноябрҙә юғарыла күрһәтелгән рәсми сайтта баҫыласаҡ.


Әгәр диктантты төрлө сәбәптәр буйынса төбәк майҙандарында яҙа алмайһығыҙ икән, 1-нән 4 ноябргә тиклем сараның www.miretno.ru рәсми сайтында онлайн-тест булараҡ үтергә мөмкин.
Читайте нас: