Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
24 Октябрь 2019, 17:54

БЕҘ БЕРҘӘМ!

БЕҘ БЕРҘӘМ!Байрам алдынан район мәктәптәрендә төрлө саралар үтте#мыедины

Район мәктәптәрендә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған саралар уҙғарылды. Янғантау урта мәктәбендә лә был саралар ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле үтте.


Уҡытыусыларҙың тырышлығы менән белем биреү учреждениеһында республикала йәшәүсе төрлө халыҡ вәкилдәре үҙ мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли кейем өлгөләре менән яҡындан таныштырған класс сәғәттәре, осрашыуҙар, күргәҙмәләр ойошторолдо.
Өлкән класс уҡыусылары әүҙем йәмәғәтсе Әлтәф Ғәйфуллин менән осрашты, халыҡтар берҙәмлеген сағылдырған видеороликтар ҡараны, мәктәп китапханаһында ойошторолған күргәҙмә менән танышты.

#мыедины
Читайте нас: