Үткән аҙнала Салауат районында #ЭШЛӘЙӘСӘКБЕҘ2019 девизы аҫтында Бөтә донъя таҙалыҡ көнө үтте. Проекттың маҡсаты - киң йәмәғәтселекте, власть органдарын, бизнесты территорияларҙы сүп-сарҙан таҙартыу һәм бөхтәлекте һаҡлау өсөн, бер командаға берләштереү.
Акция барышында Салауат районы халҡы ауылдарҙы таҙартып, тәртипкә килтерҙе. Өмәлә ҡатнашыусылар сүп-сар йыйҙы, көҙгө япраҡтарҙы һепереп, тоҡтарға тултырҙы, йылға, шишмә яндарын таҙартты.
Район үҙәге Малаяҙҙа ла эш гөрләне. Барлыҡ предприятие-ойошма вәкилдәре, музей, мәктәп, балалар баҡсалары, дауалау учреждениелары хеҙмәткәрҙәре акцияға дәррәү ҡушылды. Барыһы был акцияла 700-гә яҡын кеше ҡатнашты.
--------------------------------------
Акция "Всемирный день чистоты" прошла в Башкирии
Активное участие в акции приняли жители Салаватского района. Трудовые коллективы предприятий и учреждений района, музеев, школ и детских садов, жители сел и деревень собрали более 50 куб.метров мусора. Субботники прошли на территориях организаций, населенных пунктов, вдоль дорог, рек, озер. Общее количество участников акции около 700 человек.