Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
25 Июль 2019, 17:49

“Эшләпәле” байрам

Һабантуй майҙанында ғаилә-интерактив уйын фестивале үтте

“ZURUS” (“Ҙур үҫ” тигәнде аңлата) тип аталған ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сараны район эшҡыуарҙары ойошторҙо. Яңы Ҡаратаулы ауылы ҡаршыһындағы һабантуй майҙанында ололарға ла, кеселәргә лә үҙенсәлекле программа әҙерләнгәйне, ҡул оҫталары, кәсепселәрҙең бай күргәҙмәһе ҡуйылғайны.
Байрамға район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов та килгәйне. Улар күргәҙмә менән танышты.
Был сараның төп үҙенсәлеге – унда ҡатнашыусылар ковбой эшләпәһендә ине. Ойоштороусы эшҡыуарҙар Артур Закиров (“Бишенсе тәгәрмәс”), Айгөл һәм Алия Закировалар (“Мамин порошок”), Исрафил Хәйров (“Бизнес-үҙәк”), Артур Хатымов (“Строймаркет”), Марсель Мөҡминов (“Малаяҙ билмәндәре”), Илфат Исмәғилев (“Тирмәләр кемпингы”) был байрамды ковбой стилендә үткәрҙе. Киләһе йылдарҙа ла шундай ғаилә фестивален үткәрәсәген белдерҙе улар.

Өфөнән саҡырылған алып барыусылар балаларҙы ла, уларҙың ата-әсәләрен дә төрлө уйындарға йәлеп итте. Кескәйҙәргә махсус майҙансыҡта буяуҙар менән һүрәт төшөрөү ойошторолдо. “Зомби апокалипсис” квесында ҡатнашыусылар серле урындарҙы эҙләне. Уйын-конкурстарға бағыусыларҙан бик шәп бүләктәр әҙерләнгәйне.

Байрамдың концерт өлөшөндә Наҙгөл Отузова, Дунай Фәтҡуллин һ.б. йырсы, артистар сығыш яһаны. Майҙанда көн оҙонона балаларға аттракциондар эшләне.
Читайте нас: