Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
19 Май 2019, 00:13

“Иҡтисадсы булһам да, башҡорт телен яҡшы беләм”

“Иҡтисадсы булһам да, башҡорт телен яҡшы беләм” Анфиса ӘБҠӘҘЕРОВА, райондың финанс идаралығы хеҙмәткәре: – Бик оҡшаны был акция. Үҙем сығышым буйынса Свобода ауылынан, Тирмән урта мәктәбен тамамлағанмын. Төп һөнәрем иҡтисадсы булһа ла, башҡорт телен яҡшы беләм.Шуға диктант яҙыуы әллә ни ҡыйын булманы. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант тураһында башҡа фекерҙәрҙе сайтҡа кереп уҡығыҙ. #Йүрүҙән_гәзите #Башҡорт_телендә_һөйләшәм #Башҡорт_телендә_яҙам #Башдиктант2019

Анфиса ӘБҠӘҘЕРОВА, райондың финанс идаралығы хеҙмәткәре:
– Бик оҡшаны был акция. Үҙем сығышым буйынса Свобода ауылынан, Тирмән урта мәктәбен тамамлағанмын. Төп һөнәрем иҡтисадсы булһа ла, башҡорт телен яҡшы беләм. Шуға диктант яҙыуы әллә ни ҡыйын булманы.
Көнһылыу ҒӘЛИЕВА, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
– Хәҙер компьютер заманында ҡул менән яҙыу онотолоп бара. Шуға үҙ туған телеңдә диктант яҙыуҙа ҡатнашыу ҡулдан яҙыу, почеркты шымартыу өсөн дә мөһим.
Гөлнур БӘШИРОВА, райондың ЗАГС бүлеге начальнигы:
– Диктант яҙыуҙың халыҡ-ара кимәлдә үткәрелеүенә ҡыуанып ултырҙым. Башҡорт теленең, ниһайәт, баһаһы күтәрелә. Ә былай, үҙемде мәктәптә уҡыған осорға ҡайтҡандай хис иттем.

Читайте нас: