Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
18 Май 2019, 21:36

Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам

#Йүрүҙән_гәзите #Башҡорт_телендә_һөйләшәм #Башҡорт_телендә_яҙам Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Люциә Ғабдрахманова бөгөн үткән башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһының һөҙөмтәләрен беҙгә хәбәр итте. Башҡорт теленән диктант яҙыу райондың барлыҡ белем усаҡтарында үтте. Сарала дөйөм 1226 кеше ҡатнашты. Иң күп диктант яҙыусылар... Тулыраҡ сайтта:

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа Салауат районынан меңдән ашыу кеше ҡатнашты
Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Люциә Ғабдрахманова бөгөн үткән ошо халыҡ-ара акцияның һөҙөмтәләрен беҙгә хәбәр итте. Башҡорт теленән диктант яҙыу райондың барлыҡ белем усаҡтарында үтте. Сарала дөйөм 1226 кеше ҡатнашты. Иң күп диктант яҙыусылар Малаяҙ башҡорт гимназияһында ойошторолған майҙансыҡта булды: 310 кеше. Арҡауыл мәктәбендә – 158, Янғантау – 104, Мөрсәлим – 85, Тирмән – 65, Мәсетле – 64, Әлкә, Лағыр, 1-се Малаяҙ урта мәктәптәрендә 60-шар яҙыусы булһа, Ишембай, Торналыла 30-ан ашыу кеше башҡорт теленән диктант яҙған.
Был сарала төрлө ойошмаларҙа эшләүсе кешеләр ҡатнашты, – тине районда башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙы ойоштороусы Люциә Ғабдрахманова. – Улар телебеҙҙе хөрмәт итеп килде. Шуныһы ҡыуандыра: диктант яҙыу һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, тупаҫ хата ебәреүселәр булманы.
Малаяҙ башҡорт гимназияһында ике майҙансыҡта: башҡорт телендә ирекле һөйләшеү һәм өйрәнеү кимәлдәре буйынса диктант яҙыу ойошторолдо. Унда район Хакимиәте вәкилдәре, ойошма етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, уҡыусылар ҡатнашты. Диктант Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һәм "Башинформ" акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов уҡыған текстарҙың аудиояҙмаһы ярҙамында яҙылды.

Быйыл башҡорт теленән диктант яҙыу, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, халыҡ-ара кимәлдә үтте. Сара бишенсе йыл уҙғарыла.

Читайте нас: