Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
24 Ноябрь 2017, 12:25

Водитель, ашыҡма, йәйәүлене үткәр!

Йыл башынан республика юлдарында 3 мең ярымдан ашыу ауыр авария булған, уларҙа 421 кешенең ғүмере өҙөлгән, 4 мең ярымдан ашыу кеше ҡаты йәрәхәтләнгән.

Юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү, балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтеү маҡсаты менән Малаяҙ ауылында рейд уҙғарылды. Сарала "Бергә" район хәрәкәте волонтерҙары, ЮХХДИ бүлексәһе, "Шоңҡар" балалар һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре, 1-се Малаяҙ урта мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.


Акция барышында инспекторҙар мәктәп янынан китеп барған автомобилдәрҙе туҡтатты. Һуңынан уҡыусылар водителдәр янына килеп, уларға юл хәрәкәте ҡағиҙәһенә ҡағылышлы иҫкәрмә биреп, листовка һәм хәтер дәфтәре тапшырҙы. Ә был дәфтәрҙә водителдәр өсөн файҙалы мәғлүмәттәр яҙылған. Шулай уҡ йәйәүлеләр ҙә иғтибарһыҙ ҡалманы. Балалар уларға ла листовкалар таратты. Ни тиһәң дә, водителдәр һәм йәйәүлеләр акцияға ыңғай ҡарашын белдерҙе. Барыһы акция барышында 150-нән ашыу листовка һәм хәтер дәфтәре таратылды.
Читайте нас: