Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
6 Май , 17:21

Салауат районында “Хәтер тупрағы” марафоны үтте

Бөгөн Салауат районы “Хәтер тупрағы” республика марафонына ҡушылды. Малаяҙ ауылының Батырҙар аллеяһынан алынған изге тупраҡ Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың Өфөләге буласаҡ һәйкәле нигеҙенә һалыныр өсөн юл алды.

Салауат районында “Хәтер тупрағы” марафоны үтте
Салауат районында “Хәтер тупрағы” марафоны үтте

Иҫтәлекле сара уңайынан мәҙәниәт һәм ял паркындағы Еңеүсе һалдат һәйкәле эргәһендә митинг-концерт үтте. Тантанала Салауат районы башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, хәрби комиссариат вәкиле Флорида Ханова, райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Хөснуллин, яугир-интернационалистар, 1-се Малаяҙ урта мәктәбенең “Вымпел” хәрби-патриотик клубы ағзалары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

– Бөгөн беҙҙең бурысыбыҙ – атай-олатайҙарҙың, әсәй-өләсәйҙәрҙең һуғыш йылдары дәүерендәге ҡаһарманлыҡтары тураһында хәтерҙе һаҡлау, – тине хакимиәт башлығы Марс Кашапов үҙенең сығышында. – Салауат районынан 8526 кеше фронтҡа китеп, уларҙың 3032-һе яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған. 5818 яҡташыбыҙ орден-миҙалдар менән бүләкләнгән.

Атап әйткәндә, өс яугир: Абдрахман Ғәйфуллин, Алексей Головин һәм Зөбәй Үтәғолов Советтар Союзы Геройы булған, Дан орденының тулы кавалерҙары Фәррух Харисов һәм Петр Пепеляев менән дә салауаттар хаҡлы рәүештә ғорурлана. Салауат районынан да легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡандар ҙа бар. Улар араһынан политбүлек начальнигы Әхмәт Абдуллин, эскандрон командиры Ш. Әлибаев, батарея командиры Әнүәр Ғәзимуллинды һ. б. айырып әйтергә була.

Салауат районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Хөснуллин генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм башҡорт атлыларының дошман менән алышҡан ерендә – Луганск Халыҡ Республикаһында исемдәрен мәңгеләштереү буйынса ветерандар ойошмаһы тарафынан баһалап бөткөһөҙ эш башҡарылыуы хаҡында һөйләне. Петровск ҡалаһындағы М. Шайморатов исемендәге мәктәпкә былтыр комдивтың бюсы ҡуйылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Рәсәй Президенты Указы менән Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Өфөлә Совет майҙанында генерал-майорға һәйкәл ҡуйыласаҡ. Башҡортостанда 1-нән 8 майға тиклем “Хәтер тупрағы” марафоны бара. Шуның сиктәрендә Салауат еренән дә Малаяҙ ауылының Батырҙар аллеяһынан тупраҡ алынды. Был изге эште башҡарыу – тупраҡты гильзаға һалыу хөрмәте Афғанстан һуғышында ҡатнашыусы яугир-интернационалист, район Советы депутаты Ралиф Хөснөтдинов һәм “Вымпел” хәрби-патриотик клубы йәш армеецы Давид Ғимрановҡа бирелде.

Иртәгә, 7 майҙа, Салауат районының рәсми делегацияһы Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында марафондың зона этабында ҡатнаша. Артабан Салауат еренең изге тупрағы, республика райондарынан йыйылған башҡа тупраҡ тултырылған гильзалар менән бергә, Өфө ҡалаһында генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйылған урынға килтереләсәк.

Митинг-концерт Адик Шәйәхмәтов, Илфат Ямалиев һәм Илнур Вәлиевтың башҡарыуындағы “Шайморатов генерал” йыры менән тамамланды.                    

Салауат районында “Хәтер тупрағы” марафоны үтте
Салауат районында “Хәтер тупрағы” марафоны үтте
Салауат районында “Хәтер тупрағы” марафоны үтте
Салауат районында “Хәтер тупрағы” марафоны үтте
Салауат районында “Хәтер тупрағы” марафоны үтте
Салауат районында “Хәтер тупрағы” марафоны үтте
Салауат районында “Хәтер тупрағы” марафоны үтте
Салауат районында “Хәтер тупрағы” марафоны үтте
Салауат районында “Хәтер тупрағы” марафоны үтте
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас в