Яҡташыбыҙҙың батырлығы тураһында үҙе хеҙмәт иткән подразделение командованиеһы хәбәр итте, тип яҙа "На земле Салавата" гәзите.
Прапорщик Даян Нуриев 2023 йылдың авгусында Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Ошо ваҡыттан алып алғы һыҙыҡта командованиеның дошмандың терәктәрен һәм траншеяларын, БПЛА пункттарын һәм тере көсөн юҡ итеү буйынса мөһим бурыстарын башҡара. Ул Мәсетле ауылында тыуып үҫкән, МХО-ға тиклем Көҫәпәй ауылында йәшәй. Яҡташыбыҙға 60 йәш тулыуына ҡарамаҫтан, яҡшы физик формала һәм хеҙмәттәштәре араһында ихтирам ҡаҙана. Ул ҡуйылған бурыстарына яуаплы ҡарай, иптәштәре уны "ҡурҡыу белмәҫ" тип атай.
"Гаубица артиллерия дивизионы дошмандың маҡсаттарын (блиндажлы окоптар селтәрен, күҙәтеү пунктын һәм йәшерен пехотаһын) юҡ итеү буйынса хәрби бурыс башҡара. 19 ғинуарҙа беҙҙең пилотһыҙ осоу аппараттары взводынан билдәле бер квадрат метрҙа дошман дрондары менән идара итеү пункты табылыуы тураһында координаталар килде. Дежур расчет, уның составында прапорщик Даян Нуриев та була, һанаулы минуттар эсендә орудиеға сыға. Яугир тиҙ һәм оҫта итеп Д-30 орудиеһына заряд яһай. Расчеттың яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә дошмандың БПЛА идара итеү пункты юҡ ителә. Ҡуйылған хәрби бурыс тиҙ, ваҡытында һәм юғары профессионаллек менән үтәлде", – тип яҙылған командованиеның хәрби ҡағыҙында.
Яугир Даян Нуриев Кременной ҡалаһы эргәһендәге иң ҡыҙыу алыштарҙа ҡатнаша. Уларҙың береһендә ул ҡаты яралана һәм хәҙер Мәскәүҙә госпиталдә дауалана. 1 февралдә ул 60 йәшен билдәләне. Яҡташыбыҙҙы ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға һауығып, Ватанды һаҡлаусылар сафына баҫыуын теләйбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуйырға теләгәндәр РФ Оборона министрлығының 117, 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ "Минең документтарым" күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәғәт итә ала. Һайлап алыу пункты номеры (347) 248-29-31.
Салауат районында ирекле батальондар ойоштороу штабына түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5-се йорт, телефондар: 8 (987) 592-70-59; 8 (903) 310-71-72; 8 (965) 664-25-26.
Башҡортостанда яңы йылдан Рәсәй Оборона министрлығы менән республиканан контракт төҙөгән ир-егеттәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү күләмен 2 миллион һумға тиклем артты.