Башҡортостан башлығын һәм Салауат районы советы депутаттарын һайлауҙа хеҙмәт ветераны Йәнгирова Вәзифә Хәбир ҡыҙы ҡатнашты. Уға шул көндәрҙә 89 йәш тулды.Һәр һайлауҙа ул әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтә. Уға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.