Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
28 Август , 09:50

"Дәүләт ярҙамы яңы идеяларҙы тормошҡа ашырта"

Малаяҙ ауылы эшҡыуары Айгөл Закирова үҙенең рецебы буйынса порошоктар һәм башҡа йыуыу саралары сығара

"Дәүләт ярҙамы яңы идеяларҙы тормошҡа ашырта"
"Дәүләт ярҙамы яңы идеяларҙы тормошҡа ашырта"

Уның продукцияһы менән Башҡортостанда ғына түгел, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә хужабикәләр яратып ҡуллана. Маркетплейстар барлыҡҡа килгәс, Салауат районы эшҡыуары сығарған тауарҙарҙы алыуы тағы ла уңайлыраҡҡа әйләнде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йүнсел райондашыбыҙҙың эшен хуплап: "Эшҡыуар Айгөл Закирова "Әсәй" ("Мамин") порошогын һәм башҡа йыуыу сараларын сығара. Уның Салауат районында үҙ цехы бар – был айырыуса ҡыҙыҡлы, ул ҙур сәнәғәт үҙәгендә түгел, ә ауыл ерендә урынлашҡан. Бөтә продукция сертификатланған. Айгөл Закирова үҙенең бизнесын 2015 йылда асҡан. 2022 йылда, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектына ярашлы, дәүләт ярҙамы менән файҙаланып, сығымдарҙы ҡаплауға субсидия алды. Был аҡсаға эшҡыуар өҫтәмә ҡорамалдар һатып алды, ассортимент көндән-көн күбәйә”, – тине.
Ысынлап та, Айгөл Артур ҡыҙы бер урында ғына тормай, көн һайын яңы рецепттар өҫтөндә эшләй, продукция ассортиментын киңәйтә. Күптән түгел контракт буйынса скраб, крем, тоник, тән өсөн гель, гигиеник помадалар, аромадифуззер һәм башҡа кәрәк-яраҡтар сығара башланы.
– Әлеге ваҡытта кер йыуыу геле өҫтөндә эшләйбеҙ. Ул ябай порошоктар бөтөрә алмаған автомобиль майы кеүек таптарҙы сығара. Гель тест үткәндән һуң, һатыуға сығарыласаҡ", – ти уңған эшҡыуар.
Ул етештергән продукцияһы өсөн әсәйҙәрҙән күп рәхмәт хаттары ала. Был сифатлы йыуыу-таҙартыу саралары ҡиммәтле сит илдекенән һис кәм түгел, тип билдәләй улар. Йүнсел ҡатын әйтеүенсә, дәүләт ярҙамы яңы идеяларҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Өҫтәмә ҡорамалдар алына, ассортимент арта, яңы сауҙа итеү ысулдары үҙләштерелә.
Салауат районында йәшәүселәр үҙҙәренең бизнес-проекттары менән район Хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф Хәсәнов Илшат Вәғиз улына мөрәжәғәт итә ала. Уның ярҙамында перспективалы проекттар район инвестиция сәғәттәренә ҡарауға сығарыла һәм финанс ярҙамы ала. Бизнес-шерифтың телефоны: 8 (34777) 2-10-43.
– “Инвестиция сәғәте” форматындағы кәңәшмәләр инвесторҙар менән үҙ-ара эш итеүҙең һәм тиҙ идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеүҙең һөҙөмтәле ҡоралы булып тора. Беҙ бындай осрашыуҙарҙы 2018 йылдан алып үткәрәбеҙ һәм уларҙың ыйғай һөҙөмтәһен күрәбеҙ, – ти Радий Фәрит улы.
БР Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиленең Салауат районындағы ярҙамсыһы Исрафил ХӘЙРОВ:
– Салауат районы Хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар бүлеге райондың инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса эшмәкәрлек алып бара. Шуға бәйле һәр кесаҙна 10.00 сәғәттә район хакимиәте башлығы Марс Кашаповтың “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы бизнес вәкилдәре менән осрашыуҙары үткәрелә. Хакимиәт башлығы рәйеслегендә инвестиция проекттарын ҡарау уңышлы үтә һәм ыңғай баһа ала. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың указы менән индерелгән был практика 2019 йылдан алып күп кенә эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтте. Инструменттың төп бурысы – инвестиция эшмәкәрлеге субъекттарының инвестпроекттарын, шул иҫәптән муниципаль-шәхси партнерлыҡ проекттарын, Салауат районы биләмәһендә ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге һәм маҡсатҡа ярашлылығына ҡарау. Бынан тыш, түбәндәге бурыстар үтәлә: инвестиция эшмәкәрлеге өлкәһендә Салауат районы норматив-хоҡуҡи акттарын камиллаштырыу; инвестиция эшмәкәрлеге субъекттарына льготалар биреү мәсьәләләрен ҡарау; инвестиция процесына тамамланмаған төҙөлөш объекттарын һәм реконструкция талап иткән мәҙәни мираҫ объекттарын йәлеп итеү; инвестиция проекттарын республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индереү мәсьәләләрен ҡарау.

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас: