Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
18 Апрель , 16:02

“Яҡшы компания” – заманса үҫеш үҙәге

Йәш эшҡыуар Лариса Фәйзуллина отошло проекттарҙы тормошҡа ашыра, яңы идеялар менән яна

“Яҡшы компания” – заманса үҫеш үҙәге
“Яҡшы компания” – заманса үҫеш үҙәге

Районыбыҙҙың киләсәге инициативалы, тырыш, аҡыллы йәштәр ҡулында. Шундайҙарҙың береһе – эшлекле шәхси эшҡыуар, оҫта педагог, “Яҡшы компания” балалар үҫеше үҙәге етәксеһе Лариса Фәйзуллина. Ул үҙенең проектын район Хакимиәтендә уҙғарылған “Инвестиция сәғәте”ндә уңышлы яҡланы.

Үҫеш үҙәге нисек барлыҡҡа килгән, бөгөн нисек эшләй, Лариса Патрис ҡыҙы тағы ниндәй идеялар менән яна? Бөгөнгө әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
– Иң тәүҙә һеҙҙең менән яҡындан танышып үтәйек.
– Мин Ханты-Манси автономиялы округында тыуып үҫкәнмем. Алты йыл балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлегендә уҡыным. 11-се класты тамамлағас, Силәбе ҡалаһына уҡырға индем. Шәхси юғары уҡыу йортонда – Рус-Британ идара итеү институтында юғары белем алдым. Дизайнер һөнәрен үҙләштергәс, Нижневартовск ҡалаһына ҡайтып, хеҙмәт юлымды башланым. Һәр эшем балалар үҙәктәре йәки ижади студиялар менән бәйле булды. Тап шунда балаларға ҡарата һөйөү барлыҡҡа килгән, тип уйлайым. Мин һәр ваҡыт эшкә яуаплы ҡараным, үҙемдән талап ителгәндән күберәк эшләнем. Уҡытыусы булып эшләгәндә коллегаларымды күп саҡта алмаштырырға тура килде. 2018 йылда йәйге осорҙа Ҡырымда аниматорҙар етәксеһе булдым. Минең менән 8 студенттан һәм 2 өлкән тәрбиәсенән торған ҙур команда эшләне. Һуңынан “Йәйғор” балалар үҙәгенә администратор булып эшкә урынлаштым, өс айҙан Силәбе ҡалаһында уның етәксеһе булдым. Артабан беҙ әсәйем менән Малаяҙға күсеп килдек.
Салауат районы менән һеҙҙе нимә бәйләй?
– Cалауат районы ата-әсәйемдең тыуған ере. Әсәйем – Торналы ауылынан булһа, атайым Нәсибаш ауылында өләсәйем тәрбиәһендә үҫкән. Әсәйем минең ғүмер буйы ХМАО-ла эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яғына, туғандары эргәһенә ҡайтырға теләне. Уның менән бергә 2019 йылда тыуған еребеҙгә күсеп ҡайттыҡ. Бында мин бала сағымдың һәр йәйен үткәрҙем. Шуға күрә был урындар миңә яҡшы таныш ине.
Салауат районында хеҙмәт юлымды “Фотоүҙәк”тә дизайнер булып дауам иттем. Унда бер нисә йыл эшләгәс, “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубына эшкә урынлаштым.
Һеҙҙе “Ҡатын ҡыҙ-милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсында “Иң йәш йәмәғәтсе” номинацияһы еңеүсеһе, 2022 йылда Башҡортостан Республикаһында “Йыл ирекмәне”, бик күп Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүсеһе, грант отоусы булараҡ беләбеҙ. Шул хаҡта тулыраҡ һөйләп китһәгеҙ ине.
– Конкурстар тураһында мин “Шоңҡар”ҙа эшләгәндә беренсе тапҡыр ишеттем, һәм үҙем ҡатнашып ҡарарға йөрьәт иттем. Гранттар конкурсына беренсе ғаризанан алып тәүге еңеүгә тиклем 1,5 йыл үтте. Был, моғайын, минең йүнәлеш түгелдер, тип был эште ташларға ла уйлағайным. Грант алған беренсе проектымды ике тапҡыр кире ҡаҡтылар. Әммә мин ышанысымды өҙмәнем, еңеүгә ынтылдым. Шулай килеп сыҡты ла. Иң тәүҙә ул “Тыуған яҡты өйрәнеү уйыны” проекты менән 170 мең һум күләмендә грант оттом. Проект “Dobble. Беҙ – Салауат тоҡомо” өҫтәл уйыны аша районыбыҙҙың 14-35 йәшкә тиклемге үҫмерҙәренең һәм йәштәренең тыуған яҡты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын үҫтереүҙе күҙ уңында тотто. Проект сиктәрендә урындағы тыуған яҡты өйрәнеү материалы нигеҙендә өҫтәл уйынын әҙерләнем, һәм ул бөгөнгәсә тормошҡа уңышлы ашырыла. Икенсе проект – “Янғантау ауылындағы үҫмерҙәр өсөн мәғрифәтселек киңлеге” проекты иһә 315 000 һум күләмендә грант ярҙамы алды. Проекттың төп маҡсаты – Янғантау ауылында заманса киңлек булдырыу юлы менән Салауат районының 14-17 йәшлек үҫмерҙәрендә ауыл тормошона ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уны һаҡлау. Үҫмерҙәр өсөн "Ауыл өсөн кадрҙар" мәғариф киңлеге районда йәшәгән эшҡыуарҙар, ауыл биләмәләре башлыҡтары, табиптар, педагогтар, коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкилдәре һәм башҡа үҙ эшенә әүәҫ кешеләр менән осрашыуҙарҙы, оҫталыҡ дәрестәрен, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙе, стажировкаларҙы үҙ эсенә ала. Мәғариф проекты сиктәрендә үҫмерҙәр тәүге практик тәжрибә аласаҡ, универсаль шәхси компетенцияларын асасаҡ, командала етәкселәр менән эшләргә өйрәнәсәк, үҙ идеяларын әҙерләйәсәк, тәүге бизнес-проекттар булдырасаҡ, уларҙы “Минең беренсе стартым” конкурсы сиктәрендә тәҡдим итәсәк, остаз табасаҡ һәм уларҙы тормошҡа ашыра башлаясаҡ. Был проект бөгөн иһә “Яҡшы компания” балалар үҫеше үҙәгендә тормошҡа ашырыла.
– Ҡыҙыҡлы мәктәп. Нисек бындай форматтағы проект булдырыу идеяһы килде?
– Был идея миңә 2017 йылда уҡ килгәйне. Әсәйемә үҙем өсөн эшләргә һәм ижад менән шөғөлләнергә теләүемде әйттем, ул бала саҡтан уҡ минең идеяларымды хупланы. Тәүҙә “Яҡшы компания” Мәсәғүттә асылды. Ул ваҡытта педагогик белем булмағанлыҡтан, мин ижади йүнәлештәр буйынса дәрестәр ойошторҙом. Малаяҙ ауылында мәктәп асҡас, Мәсәғүттә ябырға мәжбүр булдым. Шулай уҡ беҙ ижади форматтан ғына киттек, тәжрибә туплағас, өҫтәмә белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтәбеҙ, һәм яҡшы компания балалар үҫеше үҙәге статусына эйә. Минең иң мөһим бурысым – балаларҙы уҡыуға дәртләндереү. Һәм был процесс күңелһеҙ булмаҫҡа тейеш.
– Малаяҙҙа һәм Янғантауҙа мәктәптәр нимәһе менән айырыла? Уларҙың үҙенсәлектәре тураһында һөйләп китһәгеҙ ине.
– Улар бер төрлө үҙәктәр. Үҙәктәрҙе йыһазландырыу һәм курстарҙы тулыландырыу бер үк. Беҙҙә уникаль мотивация системаһы төҙөлгән – ҡаҙаныштар көндәлектәренән алып, “тылсымлы ҡумта”нан бүләктәр һәм курсты тамамлау тураһында сертификаттар алыуға тиклем. Беҙ балаларға биргән мәсьәләләрҙе йыш ҡына мин үҙем эшләйем һәм CorelDraw программаһында һүрәтләйем. Шулай уҡ коллегаларыбыҙҙың эштәрен файҙаланабыҙ – беҙ Президент гранттары фонды еңеүселәре “Таяныс нөктәһе” социаль үҙәге менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, уларҙан эштәр һатып алабыҙ. Шуға күрә беҙ балаларға биргән мәсьәләләр Интернетта юҡ, улар үҙенсәлекле. Бөгөн мәктәпкә 80-гә яҡын бала йөрөй, уларҙы беҙ ун төркөмгә бүлгәнбеҙ.
– Мәктәптәрҙе асҡанда ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килде?
– Белемһеҙлек арҡаһында проблемалар күп булды. Мин стратег та, математик та түгел. Мин “ирекле рәссам”, шуға күрә тәүҙә килем алманым. Шунлыҡтан башта үҙемде эшҡыуар тип әйтә алмай торғайным. Хәҙер был хаҡта ғорурланып әйтәм!
– Мәктәптә нисә кеше эшләй?
– Әлеге ваҡытта минең менән бергә 4 уҡытыусы. Мин команданы һайлауға бик ентекле ҡараным – уҡытыусыларҙың минең уҡыуға һәм балаларға һөйөүгә уртаҡ ҡарашлы булыуы бик мөһим ине. Уҡытыусыларҙың һәр береһе йәмәғәт эшмәкәре, бик күп проекттары бар, изге күңелле, үҙ эшенең профессионалдары.
Мәктәптәр нисек йыһазландырылған?
– Үҙәктәрҙә балаларҙың уҡыуы өсөн барыһы ла бар. Кабинеттар ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Өҫтәл уйындарының яҡшы базаһы бар. Ай һайын беҙ коллекциябыҙҙы тулыландырабыҙ. Хәҙер иҙәнде яңыртырға һәм шаршауҙар һатып алырға ниәтләйбеҙ.
Һеҙҙеңсә, бөгөнгө заман уҡытыусы ниндәй булырға тейеш?
– Был хаҡта Мурашев “Икенсе мәктәп” китабында бик яҡшы яҙған. Бөгөнгө заман уҡытыусыһы балалар менән бер телдә һөйләшергә, улар ҡыҙыҡһынған әйберҙәр менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Шулай уҡ педагогҡа баланы үҙенә тиң итеп күреү ҙә мөһим.
Белеүебеҙсә, үҙәктәрҙә балалар өсөн генә түгел, ә ололарға ла төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.
– Эйе, бөгөн теләүселәр өсөн шәм, күләмле картиналар эшләү, живопись, скрапбукинг буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Ололар уларға ҙур теләк менән йөрөй.
– Лариса Патрис ҡыҙы, сер булмаһа, ниндәй идеялар менән тағы ла янып йәшәйһегеҙ?
– Яңыраҡ тағы ла бер йүнәлештә эшләргә ҡарар иттек. Ул – балалар байрамдарын биҙәү һәм ойоштороу. Был эштә мин үҙемдең яныма студенттарҙан һәм уҡыусыларҙан торған команда йыйҙым. Хәҙер костюмдар, декорациялар һатып алыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Шулай уҡ үҙәккә йөрөүселәр һаны арта, башҡа ауылдарҙа ла ата-әсәләр бындай үҙәктәр булдырыуҙы һорай. Киләсәктә өҫтәмә төркөмдәр булдырырға, уҡытыусылар һанын арттырырға ниәтләйбеҙ. Үҙәкте булырырға ярҙам иткән барыһына ла, бигерәк тә район хакимиәте башлығы Марс Кашапов һәм уның урынбаҫары Илшат Хәсәновҡа рәхмәтлемен. Әйткәндәй, үҙенең эшен асырға теләүселәр Салауат районының бизнес-шерифы Илшат Вәғиз улына Салауат районы, Малаяҙ ауылы, Совет урамы, 64-се йорт адресы буйынса йәки телефон аша: 8(347-77)2-10-43, 8(927)9532707 мөрәжәғәт итә ала.

– Әңгәмә өсөн рәхмәт! Бар башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ!
Лиана ВӘЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас: