Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
17 Ғинуар , 11:22

Владимир Путин яҡташыбыҙҙы бүләкләне

Салауат районының Миәшәгәр ауыл биләмәһе башлығы Илнара Сафина “Халҡыңа хеҙмәт итеү” Бөтә Рәсәй муниципаль премияһына лайыҡ булды

Владимир Путин яҡташыбыҙҙы бүләкләне
Владимир Путин яҡташыбыҙҙы бүләкләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Кеше яҙмышы – Ватан ғорурлығы” номинацияһында награданы күп балалы әсәгә үҙе тапшырҙы. Салауат районының Миәшәгәр ауыл советы биләмәһе башлығы Илнара Сафина “Халҡыңа хеҙмәт итеү” (“Служение”) Бөтә Рәсәй муниципаль премияһына дәғүә итеүсе 19 мең кандидат араһында иң яҡшыһы тип танылды.  

Илнара Урал ҡыҙы дәүләт башлығына һәм ойоштороусыларға хеҙмәтен юғары баһалағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Бөгөн Бөтә Рәсәй Һеҙҙең, Владимир Владимирович, һәм Ватанды һаҡлаған яугирҙәребеҙ тирәләй тупланды. Беләм, күп кенә хеҙмәттәштәремдең ирҙәре һәм ағалары унда, шулай уҡ минең ирем дә. Беҙ улар өсөн ышаныслы тыл буласаҡбыҙ һәм еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Илнара Сафина.

Рәсәй Президенты урындағы кимәлдә алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтте һәм был ҙур әхлаҡи әһәмиәткә эйә, тип билдәләне.

– Беләм, һеҙҙең арағыҙҙа Ватанға, уның мәнфәғәттәренә тоғролоҡ өлгөһө күрһәткәндәр бар. Рәхмәт һүҙҙәре менән бергә, был кешеләрҙең үҙ кабинеттарында ултырмауының, ә Тыуған ил яҙмышын уртаҡлашыуының, халыҡ һәм армия менән бергә булыуының бик яҡшы миҫалы, тип әйтә алам, – тине Владимир Путин.

Илнара Урал ҡыҙы Сафина ауыл биләмәһенә 2022 йылдың июленән етәкселек итә. Өс бала әсәһе быға тиклем ауылдың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында эшләй. Ильнара Урал ҡыҙы бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан иренең эшен уңышлы дауам итә. Миәшәгәр ауыл биләмәһе “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” Бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урын алып, үҙ ауылдары биләмәһен үҫтереүгә 18 миллион һум федераль грант отҡайны.

Илнараның ире “Силсәүит” позывнойлы яугир махсус хәрби операциялағы батырлығы өсөн генерал Шайморатов ордены менән наградланған. Ул Александр Доставалов исемендәге ирекле батальонда хеҙмәт итә.

Салауат районының Миәшәгәр ауыл биләмәһенә дүрт ауыл: Миәшәгәр, Шәрип, Йыланыш һәм Һарғамыш ауылдары инә. Ауыл биләмәһе халҡы Сафиндар ғаиләһенә ышаныс менән ҡарай.  

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: