Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
10 Октябрь 2023, 16:49

Өлгөлө атайға – лайыҡлы баһа

Салауат районынан биш бала атаһы, Лағыр урта мәктәбе уҡытыусыһы Ғилман Мусин “Атай даны” йәмәғәт билдәһенә лайыҡ булды

Өлгөлө атайға – лайыҡлы баһа
Өлгөлө атайға – лайыҡлы баһа

Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы “Атай даны” IV конкурсына йомғаҡ яһаны. Сара, Рәсәй Президенты указына ярашлы, октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнгән Атайҙар көнөнә ҡарата ойошторолдо.

Быйыл “Атай даны” наградаһына республиканың 54 муниципалитетынан 193 ғариза бирелгән. 52 кеше был конкурста еңеү яуланы. Улар араһында Лағыр ауылынан биш бала атаһы Ғилман Мусин да бар. Райондашыбыҙға республика Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Рәмил Рәхимов танатаналы шарттарҙа “Атай даны” йәмәғәт билдәһен тапшырҙы.

Ғилман Ғәрифулла улы Лағыр урта мәктәбенең география, һынлы сәнғәт һәм технология уҡытыусыһы булып эшләй. Ул Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы һәм хеҙмәт ветераны. Бик күп почет грамоталары, “Совет Ҡораллы көстәренең 90 йыллығы”, Совет офицерҙары Союзының Үҙәк советының “Хәрби антҡа тоғролоҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Ғилман Мусин егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Һуңғы биш йылда уның 19 уҡыусыһы “Йөрәк иҫләй” республика спорт фестивале, технология, география, һынлы сәнғәт буйынса муниципаль олимпиадалар, шулай уҡ “Зарница” республика хәрби-спорт уйынының зона этабы еңеүселәре булды.

Ғилман Ғәрифулла улы ҡатыны, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, педагогик хеҙмәт ветераны Фәрбизә Рәсүл ҡыҙы менән 5 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр һәм уларҙың һәр береһенә юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Мусиндар тормошонда балалары һәм ейәндәре иң ҡәҙерлеһе булып тора. Бөгөн улар 11 ейән-ейәнсәр шатлығын кисерә.

БР Йәмәғәт палатаһы балаларҙы тәрбиәләүҙә һәм йәмғиәтте үҫтереүҙә ирҙәрҙең мөһим ролен билдәләү өсөн 2020 йылда награда булдырҙы. “Атай даны” (“Отцовская доблесть”) билдәһе – ул балалар тәрбиәләүселәр, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм йолаларын һаҡлаған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ир-егеттәр өсөн лайыҡлы баһа.

Өлгөлө атай, яҡшы ғаилә башлығы Ғилман Мусинды йәмәғәт танылыуы алыуы менән ҡотлайбыҙ!

Өлгөлө атайға – лайыҡлы баһа
Өлгөлө атайға – лайыҡлы баһа
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: