Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
11 Ноябрь 2022, 11:31

Башҡортостандан ҡыйыу йөрәкле үҫмер Арыҫлан Шафиҡов Федерация Советы миҙалы менән бүләкләнде

3 ноябрҙә Федерация Советында көтөлмәгән хәлдәрҙә ҡаһарманлыҡ күрһәткән һәм кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Башҡортостандан ҡыйыу йөрәкле үҫмер Арыҫлан Шафиҡов Федерация Советы миҙалы менән бүләкләнде
Башҡортостандан ҡыйыу йөрәкле үҫмер Арыҫлан Шафиҡов Федерация Советы миҙалы менән бүләкләнде

«Күрһәтелгән батырлыҡ өсөн» миҙалын Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан ун дүрт йәшлек Арыҫлан Шафиҡовҡа тапшырҙылар.

2022 йылдың мартында ул саф һауанан йөрөп ҡайтып килгәндә ауылындағы бер өйҙән көслө төтөн сығыуын күрә. Өйгә төкәтеп һалынған мунса яна. Ут тиҙ арала торлаҡ йортҡа күсә. Арыҫлан шунда уҡ янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Бер нисә минуттан янған өйгә инерлек булмай. Шул саҡта Арыҫлан йортҡа тәҙрә аша инеп, оло йәштәге хужаларға – аяҡтары киҫелгән 2-се төркөм инвалидына һәм уның ҡатынына уттан сығырға ярҙам итә. Үҫмер малай үҙенең дөрөҫ, ваҡытлы һәм тәүәккәл эш итеүе һөҙөмтәһендә ике кешенең ғүмерен ҡотҡара.

Арыҫлан үҙен герой тип иҫәпләмәй. Тыйнаҡ, ғәҙел, тәүәккәл, намыҫлы малай ул. Башҡа балалар кеүек үк, ул да уҡый, тырыша. Арыҫландың ғаиләһендә тауыш күтәрмәйҙәр, ата-әсәһе менән аңлашып һөйләшеү өҫтөнлөк итә. Үҫмер өсөн был бик мөһим. Ағай булараҡ, кесе туғандарына өлгө булырға тырыша.

– Ә ул героймы ни? – тип ихлас ғәжәпләнде Арыҫландың атаһы Айҙар Шафиҡов, улының был ҡыйыу аҙымы тураһында һорағанда. – Ул эшләргә тейеш нәмәне үтәне, тип иҫәпләйем. Мин ҡурҡаҡ ул тәрбиәләмәүемә шатмын.

Арыҫлан Шафиҡов менән бергә Федерация Советында 16 төбәктән тағы 18 бала бүләкләнде. Наградаларға 54 төбәктән йәмғеһе 150-нән ашыу бала тәҡдим ителгән. Йәш геройҙарҙы улар йәшәгән төбәктәрҙә тәбрикләйәсәктәр.

Башҡортостанда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы наградаларын Аделина Ронжина, Радмир Хөснөтдинов, Алмаз Хисмәтуллин, Елизавета Фәхриева һәм Анна Беляковаға тапшырасаҡтар. Ябай малайҙар һәм ҡыҙҙар, ауыр шарттарҙа улар рәхимлек, шәфҡәтлелек, ныҡлыҡ, ҡыйыулыҡ кеүек иң яҡшы кешелек сифаттарын күрһәтте. Йола буйынса бүләкләү тантанаһы декабрь аҙағында, Яңы йыл байрамдары алдынан үтәсәк.

– Ғүмер буйы йәшәгән кешеләрҙең күбеһе батырлыҡҡа һәләтлеме-юҡмы икәнлеген тулыһынса белмәй. Был балалар бик һәләтле булып сыҡты: башҡа кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарып, үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы – был батырлыҡ! – тип балаларҙың изге ҡылыҡтарын шулай баһаланы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов.

Башҡортостандан ҡыйыу йөрәкле үҫмер Арыҫлан Шафиҡов Федерация Советы миҙалы менән бүләкләнде
Башҡортостандан ҡыйыу йөрәкле үҫмер Арыҫлан Шафиҡов Федерация Советы миҙалы менән бүләкләнде
Башҡортостандан ҡыйыу йөрәкле үҫмер Арыҫлан Шафиҡов Федерация Советы миҙалы менән бүләкләнде
Башҡортостандан ҡыйыу йөрәкле үҫмер Арыҫлан Шафиҡов Федерация Советы миҙалы менән бүләкләнде
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: