Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров проектҡа баһа бирҙе һәм республика көн һайын геройҙар, тыйнаҡ һәм хатта баҫалҡылар тураһында һөйләйәсәген әйтте. Тик шундай яңғырауыҡлы һәм тыныс батырлыҡтарҙан махсус хәрби операцияла еңеү сүкелә.
“Геройҙар ваҡыты” проектына республика Башлығының хәрбиҙәр менән эш итеү мәсьәләләре буйынса советнигы Алик Камалетдинов та үҙ фекерен белдерҙе: “Проект республика һәм ил халҡы яҡташтарыбыҙҙың нисек һуғышҡанын күрһен өсөн кәрәк. Уларҙың барыһы ла - геройҙар. Ошо хәрби мәғлүмәттәрҙән һаран булһа ла юлдар халыҡҡа барып етһен һәм кешеләр үҙ геройҙарын белһен һәм яҡташтары менән ғорурланһын ине. Егеттәрҙең барыһы ла һәйбәт, яңыраҡ шайморатовсыларҙа, бер аҙ алдараҡ доставаловсыларҙа булдым. Егеттәр дәртле, барыһына ла сәләм".
Тәүге сығарылыш геройы - Илшат Вахитов.
Уның тураһында рапорттан: "Илшат Вахитов йөк тейәлгән автомобилде дошмандың тығыҙ уты аҫтында хәүефһеҙ зонаға алып сыҡты. Шунлыҡтан Рәсәй подразделениелары боеприпастарҙы ваҡытында алды. Фиҙаҡәрлек һәм шәхси оҫталыҡ өсөн Илшат Вахитов Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде".