Башҡортостандың Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан ун дүрт йәшлек Арыҫлан Шафиҡов – «Күрһәтелгән батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр иҫәбендә.
Быйыл мартта ул урамда ҡайтып килгәндә ауылындағы бер өйҙән көслө төтөн сығыуын күрә. Өйгә төкәтеп һалынған мунса яна. Ут тиҙ арала торлаҡ йортҡа күсә. Арыҫлан шунда уҡ янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Бер нисә минуттан өйгә инерлек булмай. Шул саҡта Арыҫлан тәҙрә аша янған йортҡа кереп, оло йәштәге хужаларға – аяҡтары киҫелгән 2-се төркөм инвалидына һәм уның ҡатынына уттан сығырға ярҙам итә. Шул рәүешле Арыҫлан Шафиҡов үҙенең дөрөҫ, ваҡытлы һәм тәүәккәл эш итеүе һөҙөмтәһендә ике кешенең ғүмерен ҡотҡара.
– Кеше ғүмерен ҡотҡарыу – ҙур ҡаҙаныш, хәүефлелеккә ҡарамаҫтан, бәләгә тарығандарға ярҙам итеү өсөн ғәйәт батырлыҡҡа, ҡыйыулыҡҡа эйә булырға кәрәк. Беҙ республикала шундай ҡыйыу балаларҙың үҫеүе менән ғорурланабыҙ, – тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Быйыл Федерация Советының «Күрһәтелгән батырлыҡ өсөн» махсус миҙалы менән Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән, шул иҫәптән Донецк, Луганск халыҡ республикаларынан, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән балалар бүләкләнәсәк.
Тантанала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла – сит кешенең ҡайғыһына битараф булмаған йәш геройҙар. Ҡәҙимге булмаған, ҡайһы берҙә көтөлмәгән хәлдәрҙә улар миһырбанлылыҡ, шәфҡәтлелек, сыҙамлыҡ һәм ҡыйыулыҡ кеүек иң яҡшы кешелек сифаттарын күрһәткән. Ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, улар бәләгә тарыған кешеләргә ярҙам иткән.
Кешеләр үҙҙәренең геройҙары хаҡында белергә тейеш. Бүләкләү тантанаһының тура трансляцияһын 3 ноябрҙә Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12.00-лә «Вместе-РФ» телеканалында һәм Федерация Советының социаль селтәрҙәрендә https://vk.com/sovfedinfo, https://ok.ru/sovfedinfo ҡарағыҙ.