Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
11 Август , 09:00

«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалын алыусылар исемлеге киңәйтелде

Башҡортостанда «Ата-әсә ҡаһарманлығы» наградаһы тураһында положениеға төҙәтмәләр индерелде. Тейешле указға 8 августа республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалын алыусылар исемлеге киңәйтелде
«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалын алыусылар исемлеге киңәйтелде

Хәҙер патронат тәрбиәселәр ҙә миҙалға һәм бер тапҡыр бирелә торған 100 мең һум аҡсаға дәғүә итергә мөмкин. Тик ғаилә ете һәм унан күберәк бала алған осраҡта ғына.

Бынан тыш, инвалид, етем балаларҙы тәрбиәгә алыусылар ҙа наградаға хоҡуҡлы.

Указ ҡул ҡуйған көндән көсөнә инде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-09/v-bashkirii-rasshirili-spisok-poluchateley-medali-roditelskaya-doblest-2903082

Автор:"Башинформ"
Читайте нас в