Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
1 Ғинуар 2021, 02:00

Яңы китап сыҡты

З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә билдәле тарихсы һәм журналист Азат Ярмуллиндың «У истоков Башкирской Республики» тигән китабы донъя күрҙе.

Баҫма Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышланған. Китапта Башҡортостан өсөн көрәшкән, уның нигеҙ ташын һалған 60 милли хәрәкәт эшмәкәренең һәм башҡорт ғәскәре сардарҙарының биографияһы тупланған. Автор баҫманы 1917-1920 йылдарҙағы милли хәрәкәттә ҡатнашыусылар исемлеге, фотодокументтар, автономлы Башҡортостандың дәүләт һәм хәрби органдары тураһында мәғлүмәт менән тулыландырған.
Читайте нас